Фермерға нимә кәрәк?02.12.2018
Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге менән берлектә ауыл биләмәләрендәге фермер хужалыҡтары етәкселәре менән эш кәңәшмәләре үткәрҙе. Уға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Науғат Хисмәтуллин етәкселек итте.

Тәүге шундай осрашыу Свобода ауыл биләмәһе ерендә хакимиәт башлығы Сания Сәйетбатталова ҡатнашлығында уҙғарылды. Район ауыл хужалығы бүлеге белгестәренең бындағы сығышы баҫыу эштәрен йомғаҡлауға бағышланғайны. Улар шулай уҡ фермерҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса кооперативтар төҙөүҙе тиҙләтергә тейешле тәҡдимдәр ҙә әйтелде.


Вернуться назад