Табыш алам тиһәң, тәүҙә сығым түк30.11.2018

Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса сессия уҙҙы.

Өфөлә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) стратегик сессияһы үтте. Был сара республикалағы инвес­тиция мөхитен яҡшыртыуға арналды.

Сессияла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аныҡ бурыс­тар ҡуйҙы.

АСИ коман­даһынан Инвестиция мөхитен үҫте­реү департаменты етәксеһе Виталий Храмушин, Агентлыҡтың Волга буйы федераль округындағы вәкиле Сергей Бочаров, Инвестиция мөхитен яҡшыртыуҙың маҡ­сатлы мо­дел­дәрен тормошҡа ашырыу ида­ралығы етәксеһе Марат Фәттәхов, Төбәк үҫеше департа­мен­тының төбәктәр селтәренә яр­ҙам ида­ралығынан Александр Везиров һәм башҡалар сығыш яһаны. Башҡорт­остандан сессияла Хөкү­мәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, башҡарма власть органдары, эшҡыуарҙар һәм эксперттар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.

– Беҙҙең республикала инвес­тициялар менән шөғөлләнгән тә­ғәйен генә ойошма юҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Ә был йүнәлеш бөтә иҡтисадҡа йоғонто яһаған шарт булып тора. Башҡортостанда ошо эшмәкәрлек менән системалы шө­ғөлләнгән ведомство булды­райыҡ.


– Рәсәй төбәктәрендәге инвес­тиция мөхите буйынса милли рейтингта республиканың ҡайһы бер күрһәткестәре түбәнәйҙе, ҡуйылған маҡсаттарға ирешә алмау хәүефе тыуҙы. Инвесторҙы йәлеп итеү өсөн ныҡлы эшләргә кәрәк. Шул турала ла уйланайыҡ, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.


Вернуться назад