Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ!28.11.2018
Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов малсылыҡ буйынса үткәрелгән зона семинарында һанлы технологиялар индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Хужалыҡта һауын һыйырҙары һаны ике меңдән ашыу, көн һайын миҙгеленә ҡарап 50—65 тонна һөт алына. Сифаты яҡшы булғас, һөт эшкәртеүселәр сеймалды ҙур теләк менән ҡабул итә, хаҡы ла юғары. Вадим Соколовтың әйтеүенсә, 1 литрын 23 һум менән оҙаталар, майлылығы һәм аҡһымы өсөн йәнә 10 процент өҫтәйҙәр. Хужалыҡта заманса технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә ошондай уңышҡа өлгәшә алғандар. Бөтә фермаларҙа тиерлек һауын залдарында көтөү менән идара итеү системаһы эшләй, махсус компьютер программаһы малдарҙың сәләмәтлеген һәм һөт сифатын күҙәтә. Фермалағы бөтә эш барышын хужалыҡтың, райондың, хатта илдең ҡайһы мөйөшөндә булыуыңа ҡарамаҫтан, планшеттан йәки телефондан күҙәтеү мөмкин. Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, заманса һауын залдары хужалыҡҡа һәр һыйырҙан һауымды тәүлегенә 5—6 литрға арттырырға мөмкинлек биргән.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Уйбулат һөтсөлөк фермаһында һәм 1000 башҡа иҫәпләнгән өр-яңы заманса AFIMILK системаһы менән йыһазландырыласаҡ һөтсөлөк комплексы төҙөлөшөндә булды.


Вернуться назад