Биш ауылды тоташтырған юл төҙөкләндерелә28.11.2018
Бүздәк районы прокуратураһы суд аша 13,5 саҡрымлыҡ автомобиль юлын капиталь төҙөкләндереүгә өлгәште. Төбәк күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, биш ауылды тоташтырған берҙән-бер трасса күп һанлы соҡор-саҡырҙан тора. Был хәл транспорт хәрәкәтен ҡыйынлаштыра.

Водителдәр юлдың ҡайһы бер участкаларын ситтән урап үтергә мәжбүр. Мәктәп автобусы ла Никольский менән Ташлыкүл ауылдары араһындағы маршрутты үҙгәртеп йөрөй.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте — юлдың милексеһе. Ул трассаны Ташлыкүл ятҡылығына ауыр йөк транспортын йөрөтөү өсөн әүҙем файҙаланған, шул уҡ ваҡытта оҙаҡ ваҡыт ремонт яһамаған. Әле предприятие, суд ҡарарын үтәп, магистралде төҙөкләндереү менән мәшғүл. Юлдың 1,5 саҡрымы ремонтланған да инде.


Вернуться назад