Саҡмағоштар һынатмай28.11.2018
Башҡортостан ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республика ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында йыл башынан алып бер һыйырҙан 4 870 килограмм һөт һауып алынған, былтырғы менән сағыштырғанда 267 килограмға күберәк.

Был күрһәткес буйынса Учалы (7 412 кг), Ауырғазы (6 446 кг), Саҡмағош (6 423 кг) райондары алда бара. Һөттөң тулайым йыйымы буйынса саҡмағоштар беренселекте бирмәй. Йыл башынан алып бында 46 мең 998 тонна һөт һауылған.


Вернуться назад