Социаль-иҡтисади үҫеш ниндәй булыр?28.11.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырҙы.

Киләсәктә күпселек күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙәге уртаса темпты арттырыу күҙаллана. Иҡтисадтың үҫешен иһә йыл һайын 2-3,4 процентҡа тәьмин итеү планлаштырыла. Дүрт йылда (2018 – 2021) сәнәғәт етештереү индексы 12 процентҡа артасаҡ.

Ауыл хужалығында етештереү күләменең йыл һайын 1,7 процентҡа артыуы көтөлә. 2021 йылға дөйөм артым алты процент тәшкил итәсәк. Торлаҡты сафҡа индереүҙе 2021 йылға 2,7 миллион квадрат метрға тиклем еткереү күҙаллана. Иҡтисадҡа инвестиция һалыуҙың дөйөм артымы 5,1 процент тәшкил итәсәк.

Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2017 йылда 30,4 мең һум булһа, 2021 йылға уны 38,6 мең һумға еткереү ҡарала. Дөйөм эшһеҙлек кимәле киләһе йыл 4,9 процентҡа, 2021 йылға иһә 4,7 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк. Бынан тыш, ғүмер оҙайлылығының 71,7-нән 73,8 йәшкә тиклем артыуы көтөлә.


Вернуться назад