Төбәктә шәкәр сөгөлдөрө йыйыу тамамланды. Әле тамыраҙыҡ эшкәртелә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикалағы өс шәкәр заводы 26 ноябргә 824 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеп, 130,7 мең тонна шәкәр етештергән. Иң ҙур күрһәткес Шишмә шәкәр заводында — 50,3 мең тонна.