Ауыл хужалығы министрлығының махсус ҡарарына ярашлы, шәхси ихаталарҙағы малдарҙы идентификациялау эшенең барышы – ат, һыйыр, кәзә, һарыҡ, сусҡа һәм башҡа төр йорт хайуандарына махсус тамға (бирка) ҡуйыу эшен ойоштороу һәм барышы тураһында Хәйбулла районы ветеринар станцияһы башлығы ярҙамсыһы Юнир Ҡотләхмәт улы Күскилдин менән һөйләшеп ултырҙым.
Малдың тамғаһы һәм хаҡы ла бер иш түгел икән. Һыйыр малыныҡы — ҡыҙыл, ә фермер малдары өсөн һары төҫтә була. Һарыҡ, кәзә биркаһы вағыраҡ. Шулай уҡ хаҡында һәм эш өсөн түләүҙә айырма бар. Аттарҙыҡы ла үҙенсәлекле, уны айырым яһаталар.
Районда үҙәк ветеринар станцияһына дүрт ветеринар дауалау, биш бүлексә һәм өс ветеринар пункт ҡарай. Иртә яҙҙан уҡ һәр хеҙмәткәр ең һыҙғанып эш башлаған. Һәр көн шәхси йорттар буйлап йөрөргә кәрәк. Байтаҡ осраҡта хужалар өйҙә булмай сыға. Шуға уларҙы ла тап итергә кәрәк.
Малдарҙы тамғалау бик мөһим. Уның әһәмиәтен һәр мал тотоусы белергә тейеш. Беренсенән, был уларҙың хужаһын асыҡлауҙа ярҙам итһә, икенсенән, ауылда көтөү мәсьәләһен ҡарау, прививка эшләү, ҡан алыу эше еңелләшә, сөнки малды хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялау мәғлүмәттәре берҙәм реестрҙа тора һәм һаҡлана. Шуға ла мал юғалһа, юлда тапала ҡалһа, уның хужаһын табыу еңелләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл халҡы был яңылыҡты ауыр ҡабул итә. Күптәр малдарын тамғалауға ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр аҡса юҡлыҡҡа һылтана, бәғзеләре “беҙгә кәрәкмәй” тип кенә яуап бирә.
Райондың Әбеш, Ғәлиәхмәт һымаҡ ауылдары урман төбәгендә урынлашҡан. Күпләп мал тоталар. Уларҙың малына тамға ҡуйыуҙың үҙ мәшәҡәте бар. Ағас араһында йөрөгәндә йыш ҡына ҡолағына ҡуйылған бирка йыртылып сыға йәки ағас ботағына эләгеп төшөп ҡала. Тамға юғала. Шуға күрә хужалары, йылына бер нисә тапҡыр тамға һалыу байтаҡ сығым килтерә, тип борсола. Нисек кенә булмаһын, мал тамғалы булырға һәр кем үҙ малы өсөн үҙе яуап бирергә тейеш.
Күскилдин тамғаларҙың файҙаһы тураһында бер миҫал да килтерҙе:
– Йылайыр район ветеринар станцияһынан беҙгә хәбәр килде: биркалы өс баш һыйыр малы бына инде бер айҙан ашыу Яманһаҙ ауылы тирәһендә йөрөй, тип. Тиҙ генә компьютерҙан ул өс баш малдың хужаһы Юлбарыҫ ауылында йәшәгәнен белдек. Баҡһаң, хужаһы бер ай эҙләп таба алмай икән. Шулай итеп, ул малдарын алып ҡайта. Хәйбулла район ветеринар станцияһына үҙенең рәхмәтен белдерә.
Бына шулай, малығыҙҙы тамғалатһағыҙ, юғалһа, тиҙерәк эҙләп табырһығыҙ.