Яңы тыуған быҙауҙы ҡарауҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлауҙан да яуаплыраҡ эш юҡтыр. Улар бигерәк тә эс китеүҙән йонсой. Был осраҡта, ауырый башлағас та, һөт биреүҙе яртылаш кәметәләр. Ҡайнаған һыу күләмен арттырып, ашатҡандан һуң ике сәғәт үткәс эсерәләр. Шулай уҡ һөткә ҡаты итеп сәй яһап ҡушалар — ярты литрға бер стакан.
Ауырыу күҙәтелһә, боронғо ысулды ла ҡулланырға мөмкин. Картуф крахмалын бер стакан ҡайнаған һыуға һалып болғаталар ҙа быҙауға эсерәләр. Оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта бер литр ҡайнаған һыуға (40—50 градусҡа тиклем һыуытҡас) 10 грамм аш тоҙо һәм ике йомортҡа һалып болғаталар ҙа һөт эсерер алдынан ярты сәғәт элек бирәләр. Ғөмүмән, йомортҡа йәш организмды нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Аҡһым сығанағы булараҡ, уны йыш ҡулланһаң да ҡамасауламай. Мәҫәлән, йомортҡаның ҡабығын иҙеп (эсе менән бергә), бер эсерерлек һөткә ҡушып бирһәң дә файҙалы. Был осраҡта яйлап көнөнә өс йомортҡаға тиклем арттыралар.
Ошо кәңәш тә ҡамасауламаҫ: бер литр ҡайнаған һыуға ике сәй ҡалағы аш тоҙо һалалар ҙа ике йомортҡа һыталар. Бындай һыуҙы эсерһәң, быҙауҙың организмы нығыныр, ауырыуҙарға бирешеп бармаҫ.
Иммунитетын нығытыу өсөн һыйырҙың тәүге һөтөн — ыуыҙын алмаштырырлыҡ ҡатнашма ла әҙерләп була. Бының өсөн һөттөң 100 миллилитр ҡаймаҡлы өлөшөн алалар ҙа 200 миллилитр ҡуйы сәйгә һалалар, бер йомортҡа һыталар, 100 грамм шәкәр ҡомо болғаталар. Был ҡатнашма бер юлы эсерелә.
Организмды нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында тағы бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Йомортҡа-бал ҡатнашмаһы. Бер литр ҡайнаған һыуға 40 грамм бал, 10—15 грамм аш тоҙо һәм дүрт йомортҡа һалып болғатыла. Ауырыу быҙауҙарға көнөнә ике тапҡыр 250-шәр грамм бирелә.
Шәкәр-йомортҡа ҡатнашмаһы түбәндәгесә әҙерләнә: ике стакан ҡайнаған йылы һыуға ике йомортҡа һыталар, 20 грамм шәкәр, 10 грамм аш тоҙо һалалар. Ҡатнашманы ауырыу, хәлһеҙ йәш быҙауға 250-300 миллилитрлап ике-дүрт көн эсерәләр.
Яһалма ыуыҙ. Бер литр яңы һауылған һөткә 15 миллилитр балыҡ майы, 10 грамм аш тоҙо һалына һәм өс яңы ғына һалынған йомортҡа һытыла. Ныҡлап болғатҡас, быҙауға эсерәләр.
Имән ҡайырыһы быҙауҙың эсе киткәндә файҙалы. Ҡабыҡты йәш имәндән яҙын, ботаҡтарҙа һут йүгергән саҡта һыҙырып киптерәләр. Ҡатнашма әҙерләгәндә уны ваҡлайҙар, бер литр һыуға 80-100 грамм иҫәбенән һалып, 10 минут ҡайнаталар. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсерәләр.