Быҙау ҙурлыҡ ҡына…27.11.2018
1987 йылда Зимбабвеның Булакайло ҡалаһында үткәрелгән йәрминкәгә килеүселәрҙе бәләкәй генә һыйырҙар аптырашта ҡалдыра.

Улар быҙау ҙурлыҡ ҡына була. Бейеклектәре бер метрҙан артмай. Фермер Кен Хармер бындай һыйырҙарҙы килтереп сығарыу өсөн селекция эшенә 15 йыл ғүмерен арнаған. Хәҙер уның 40 баштан ашыу һыйыры бар.

Хармер алдағы йылдарҙа уларҙы тағы ла арттырырға ниәтләй. Тағы ла бәләкәйерәк мал алырына ышана. Был һыйырҙар талымһыҙ һәм көнөнә 10-ар литр һөт бирә икән.


Вернуться назад