Их, һөтө-ө...27.11.2018
Юҡҡа ғына һыйырҙы ғаиләне туйындырыусы тип атамағандар. Бала саҡтан һәр беребеҙгә яңы ғына һауылған, күпереп торған һөттөң хуш еҫе, әсе ҡатыҡ, айыртҡыстан сыҡҡан ҡаймаҡ таныш. Аҡ ризыҡ кеше организмы өсөн кәрәкле барлыҡ матдәгә лә бай. Һыйырҙы ит өсөн дә аҫрайҙар, ләкин төп маҡсаты — һөт һауып алыу. Һөттө башҡа төр диетик аҙыҡтар әҙерләүҙә лә күпләп файҙаланалар.

Боронғо яҙмаларҙан күренеүенсә, саҡ ҡулға эйәләштерелгән һыйырҙар йылына ни бары 400—500 килограмм һөт биргән. Кеше хәстәре, бигерәк тә тоҡомсолоҡ эше бушҡа китмәгән: бөгөн һөт һәм ит өсөн айырым тоҡомло мал тотола, йыллыҡ һауым да алты-ете мең килограмдан ашты. Һыйырҙар 18 – 20 йыл йәшәй тип иҫәпләһәк, 10 – 15 йыл һөт бирә тигән һүҙ, ләкин иң мул һауым ун йылға саҡлы була. Быларға тәүге тапҡыр быҙаулағанға тиклемге өс йәште ҡушырға кәрәк. Шулай итеп, 13 – 15 йыл аҫрау иң отошлоһо һанала.

Башмаҡтарҙы тәүге тапҡыр 1,5 йә­шендә үгеҙгә ҡушалар, ауырлығы 320 килограмдан кәм булмаҫҡа тейеш. Нәҡ ошо ваҡытҡа ул енси яҡтан өлгөрөп етә. Алданыраҡ (быҙау сағында) ҡасһа йәки ауырлығы тейешенсә булмаһа, малдың үҫеше тотҡарлана, быҙауы сибек, хәлһеҙ тыуа, һөтө бик аҙ була. Башмаҡтар өлгөрөп еткәс кенә, “теләк ваҡыты” башлана. Ул 18 – 20 сәғәткә һуҙыла, ҡайһы береһенеке 6 – 48 сәғәт булыуы ла мөмкин. Мал ҡасҡансы һәр өс аҙна һайын теләге ҡабатлана. Быуаҙ йөрөүе 285 көнгә (һирәк ваҡыт — 260 – 312 көн) тиклем һуҙыла. Йылына бер, ҡайһы ваҡыт ике быҙау килтерә. Быҙауының ауырлығы әсәһенекенең ете процентын тәшкил итә, йәғни 20 – 40 килограмм була. Уныһы малдың тоҡомона бәйле. Үгеҙ быҙауҙарҙыҡы бер-ике килограмға ауырыраҡ тарта. Һыйыр малы яҡынса биш йылға саҡлы үҫә. Тәненең температураһы 38,6 градус норма тип иҫәпләнә, йөрәге минутына 50 – 60 тапҡыр тибә.

Оло малдарҙың 32 теше (20-һе аҫта һәм 12-һе өҫтә) була. Уларҙың ашалыуы һәм алмашыныуынан йәшен билдәләйҙәр. Ҡарыны дүрт өлөштән тора, тәүгеһендә ашағаны микроорганизмдар “ихтыяры”на бирелә һәм артабанғы аш һеңдереү бүлектәренә — китап, бәләкәй ҡарын — ебәреү өсөн әҙерләнә, ләкин уның алдынан йомшартылған аҙыҡ ауыҙ ҡыуышлығы аша үтә. Халыҡта уны “һағыҙ сәйнәү” тип тә йөрөтәләр. Организмда барған даими процестар һыйырҙың һөтөн арттыра. Яҡшы һыйыр тәүлегенә 100 килограмм аҙыҡ ашай. Бер литр һөт алыу өсөн елене аша 500 литр ҡан үтә.

Тәү ҡарашҡа һыйыр күп ашаған һымаҡ булһа ла, башлыса иң арзан аҙыҡ һалына: һалам, бесән, силос, сенаж... Ләкин был малҡайҙарҙы тейешле аҙыҡ берәмегенән өҙөү тигәнде аңлатмай. Нисек ҡарайһың, һәүкәшкәй ҙә шулай уҡ яуап бирә бит. Тейешенсә фуражы, тамыраҙыҡтар бирелергә, тоҙо һәр саҡ алдында булырға тейеш.

Һөт кешенең төп ризығының береһе генә түгел, иң мөһиме лә. Унда барлыҡ файҙалы матдәләр бар. Әлбиттә, сос­тавы малдың тоҡомона, аҙығына, лактация (имеҙеүсе хайуандарҙың биҙҙәрендә һөт яһалыу) осорона һәм башҡа байтаҡ сәбәптәргә ҡарап бер аҙ үҙгәрә. Шулай ҙа, уртаса алғанда, бер кимәлдәрәк ҡала. Түбәндә файҙалы матдәләрҙе атап үтәйек (проценттарҙа бирелә):
һыу — 87,5,
һөт майы — 3,8,
аҡһым — 3,3,
шәкәр — 4,7,
минераль матдәләр — 0,7.

Һөттөң үҙенсәлеге шунда: күп кенә матдәләр башҡа тәбиғи аҙыҡта булмай. Әйтәйек, һөт майы мал һәм үҫемлек майынан ныҡ айырыла. Аҡһымында организм өсөн бик мөһим аминокислоталар бар. Шәкәр тулыһынса, минераль матдәләрҙең ҡайһы береһе ирегән килеш була. Һөттөң күп өлөшөн сыр, эремсек, ҡорот яһау өсөн бик кәрәкле казеин алып тора. Аҡһымы организм тарафынан 96 процентҡа, майы — 95, шәкәре 98 процентҡа тиклем үҙләштерелә.


Вернуться назад