Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә экспорттың өлөшө быйылғы һигеҙ айҙа 82 процентҡа етте. Экспорттың нигеҙе – машиналар эшләү һәм химия тармаҡтары продукцияһы.
Быйыл беҙҙең республика экспорт күләмен 20 процентҡа арттырҙы. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында был күренеште экспортты яҡлауҙың тәбиғи һөҙөмтәһе тип ҡабул итәләр. Төбәгебеҙҙә Рәсәй экспорт үҙәгенең һәм Экспортҡа йүнәлеш тотҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүҙе көйләү үҙәгенең вәкиллектәре эшләй.
– Башҡортостан экспорт эшмәкәрлеген алып барыуҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау инфраструктураһы өсөн төбәк стандарттарын индереү буйынса илебеҙҙә 22 пилот субъекты иҫәбендә, – ти Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова.
“РБК-Өфө” агентлығы хәбәр итеүенсә, быйылғы ғинуар-октябрҙә экспорт күләме 2,1 процентҡа артҡан, импорт 19,7 процентҡа кәмегән. Башҡортостан таможняһы раҫлауынса, экспорттан алынған килем ошо уҡ осорҙа былтырғы менән сағыштырғанда 21,1 процентҡа үҫә төшкән.
Машиналар эшләү һәм химия предприятиеларының тауарҙарынан тыш сит илдәргә аҙыҡ-түлек һәм туҡыма әйберҙәр һатыу ҙа артҡан.
Башҡортостандан иң күп һатып алыусылар – Ҡытай, Һиндостан һәм Финляндия. Уларҙың тәүгеһе беҙҙән экспорт өлөшөндә 26,7 процентты, икенсеһе 14,3 процентты, өсөнсөһө 10,1 процентты биләй.