Ағиҙел аша күпер асылды27.11.2018
Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһын уның алыҫ Шахтау биҫтәһе һәм Ишембай районы менән тоташтырып торған күпер бынан бер ай элек капиталь ремонтҡа ябылғайны. Бына, ниһайәт, ул асылды.

Махсус хеҙмәт юл ситендәге билдәләрҙе, бетон сикләүҙәрҙе алғандан һәм юлдағы ҡарҙы таҙартҡандан һуң тәүге машиналар сәфәргә юлланды ла. Тик, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов белдереүенсә, хәрәкәт еңел автомобилдәр өсөн генә. Йөк машиналары ҡасан йөрөй башлар – әлегә билдәһеҙ.

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған был ҡоролмала йәй көнө башта тишек барлыҡҡа килде, аҙаҡ уның таяуҙары ла авария хәлендә икәнлеге асыҡланды. Бағаналар ярылғайны.

Ремонт эштәренә килгәндә, таяуҙарға 90 кубометр бетон ҡойолған. Сығымдар 10 миллион һум тәшкил иткән.





Вернуться назад