Грант отҡоң килһә, заявка ебәр26.11.2018
Рус география йәмғиәте грант компанияһы башланыуы хаҡында хәбәр итте. Декабрь айында тикшеренеү гранттарына, ә киләһе йылдың февралендә медиа гранттарына тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк.

“Һуңғы йылдарҙа гранттар күләме ҡыҫҡарҙы, — тине Рус география йәмғиәтенең медиа-совет рәйесе Дмитрий Песков. — Сәбәбе — заявкаларҙың кәмеүендә, ижади ҡараш та һүрелә төштө”.

Рәйестең әйтеүенсә, гранттар тәү сиратта бергә финанслауға риза булғандар (йәғни спонсорҙары булған авторҙарға) биреләсәк. Рус география йәмғиәтендә Башҡортостандан грант алыусының миҫалын да килтерәләр. Авторҙың тәҡдимендә башҡорт бал ҡортон һаҡлау мәсьәләһе күтәрелгән булған.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Фото: РГО.


Вернуться назад