Баш ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө өсөн Өфө 2,5 миллиард һум аҡса аласаҡ.
Сумманы Федераль юл агентлығы бүләсәк. Килешеүгә ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара транспорт форумы сиктәрендә “Росавтодор” етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуҙа өлгәшелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға төҙөлөшкә ҡағылышлы процедураларҙы тиҙ арала башларға ҡушты.