Бюджет документтары проекты беренсе уҡыуҙа хупланды24.11.2018
Башҡортостан бюджеты килемдәре киләһе йыл 172,2 миллиард һум, сығымдары иһә 192,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. 20 миллиард һумлыҡ бюджет дефицитын үткән йылдарҙағы тупланмалар һәм заимствованиелар иҫәбенә ҡаплау күҙаллана.

Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта бюджет документтары проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Ҡаҙна сығымдарында социаль йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелгән. Уның өстән ике өлөшө тиерлек (128,2 миллиард һум) социаль өлкәне финанслауға тотоноласаҡ.


Вернуться назад