Яңы юл һалына24.11.2018
Өфөнән федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы М-5 “Урал” юлына яңы сығыу юлын һалыу буйынса күләмле инвестиция проекты Рәсәй “Главгосэкспертиза”һының ыңғай һығымтаһын алды.

Проектты концессия рәүешендә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Инвестицияның дөйөм күләме 34 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Былтыр йәй Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республика Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы араһында төҙөлгән килешеү 25 йыл ғәмәлдә буласаҡ. Шуның дүрт йылында транспорт коридоры төҙөләсәк.

Килешеүҙә шулай уҡ автомобиль юлы тоннелен, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалыу планлаштырыла.





Вернуться назад