19 ноябрҙән 30-ына тиклем республиканың Дәүләт техник тикшереү хеҙмәте “Хәүефһеҙлек ун көнлөгө” тип аталған иҫкәртеү сараһы уҙғара. Ул Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы менән берлектә ойошторола.
Сара барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр махсус техниканың, уларҙың тағылмаларының техник торошона, тракторҙарҙың дәүләт техник тикшереү үткән булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, тракторсыларҙың махсус техника йөрөтөү таныҡлыҡтарының барлығына иғтибар бирелә. Шулай уҡ халыҡтың именлеген һәм сәләмәтлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа мөһим. Ун көнлөк дауамында водителдәр араһында хәүефһеҙлек буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.