Көнбағыш йыйыу... дауам итә22.11.2018
Уңыш йыйыу кампанияһы күптән тамамланһа ла, “Агроресурс” йәмғиәтенең Иглин районының Ауструм ауыл биләмәһендәге баҫыуҙарҙа көнбағыш урыу дауам итә.

Көнбағыш юғары маржиналь культураларға ҡарай, хаҡы ла бойҙайҙан ике тапҡырға ҡиммәт. Шул уҡ ваҡытта уны үҫтереүе лә, йыйып алыуы ла еңелдән түгел. Хужалыҡ етәксеһе Ф.Н. Федоров белдереүенсә, әле 600 гектар майҙанды биләгән көнбағыштың яртыһынан күберәге урып алынған.

Күберәк төндә эшләйҙәр, сөнки дым әҙерәк була.


Вернуться назад