“Мәскәү – Екатеринбург” – Өфө аша22.11.2018

Өфө юғары тиҙлекле “Мәскәү – Екатеринбург” магистрален төҙөү проектына инергә тейеш.


Мәскәүҙәге ХII “Рәсәй транспорты” Халыҡ-ара форумы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән “Рәсәй тимер юлдары” генераль директоры Олег Белозеровтың осрашыуында ошо турала һүҙ барҙы. Унда Башҡортостандың проектта ҡатнашыуы буйынса эш төркөмө төҙөү тураһындағы килешеүгә өлгәшелде.

– Башҡортостан биләмәһендә пассажирҙар һәм йөк ташыған тимер юл транспорты Өфө буйлап үтә. Беҙ иһә йөк ташыуҙы баш ҡаланан ситтәрәк ойошторорға тәҡдим итәбеҙ. Был ҡала яны транспорты хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад