Республика етәксеһе Мәскәүҙә20.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация бөгөн Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты" XII халыҡ-ара форумында ҡатнаша.

Республика етәксеһе транспорт тармағын цифрлаштырыуға арналған пленар ултырышта ҡатнаша, шулай уҡ бер нисә эшлекле осрашыу ҡаралған. Делегация вәкилдәре транспорт инфраструктураһы үҫешенә бәйле кәңәшмә, конференция һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә лә сығыш яһай. Форум барышында Радий Хәбиров "Рәсәй транспорты" тигән халыҡ-ара күргәҙмәне ҡараны. Бында ул Башҡортостан экспозицияһы менән танышты.

Республика стендында тармаҡтағы уңыштар, транспорт һәм юл хужалығы өлкәһендә ҙур инвестиция проекттары тәҡдим ителгән. "Рәсәй транспорты" халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе "Транспорт аҙналығы" барышында үткәрелә. Бында төрлө илдәрҙән йөк һәм пассажир ташыусы компаниялар, транспорт инфраструктураһы операторҙары, хеҙмәтләндереүсе һәм логистик ойошмалар ҡатнаша.


Вернуться назад