Яңы инвестиция — тимәк, өҫтәмә эш урындары18.05.2012
Республика иҡтисадына туранан-тура һалынған инвестиция күләме былтыр 300 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Был 2010 йылдағы күрһәткестән өс тапҡырға күберәк. Инвесторҙар өсөн һалым льготалары ҡаралыуы, уларға уңайлы шарттар булдырыусы заманса ҡануниәттең төҙөлөүе республикабыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмай, әлбиттә. Шулай ҙа, Республика йортонда уҙған өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, төбәгебеҙгә эшлекле һәм дуҫтарса ярҙам етеңкерәмәй.
— Беҙ аяғында ныҡ баҫып торған партнерҙар эҙләйбеҙ. Рәсәй туранан-тура һалынған инвестициялар фонды һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы менән өс яҡлы килешеү төҙөү күләмле проекттарҙы тиҙ арала бойомға ашырырға ярҙам итер, тип ышанам, — тине республика етәксеһе осрашыу барышында.
Фондтың генераль директоры Кирилл Дмитриев менән Агентлыҡтың "Яңы бизнес" йүнәлеше директоры Артём Аветисян Башҡортостан етәкселегенең инвесторҙарҙы йәлеп итә белеүен, проекттарҙы уңышлы бойомға ашырыуын билдәләне. Киләсәктә республикаға килем генә түгел, яңы технологиялар ҙа алып килерҙәй инвесторҙарҙы ылыҡтырырға вәғәҙә итте.
— Ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, машина етештереү тармаҡтары беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Аэропортығыҙ матур, уны төбәк иҡтисады өсөн тағы ла файҙалыраҡ итергә мөмкин. Инвестициялауҙы быйыл уҡ башларға иҫәп тотабыҙ, — тине Кирилл Дмитриев.
— Беҙҙең Агентлыҡ килемле, ҡыҙыҡлы проекттарҙы үҫтерә. Өс яҡлы килешеү төҙөү — яңы эш урындары булдырыласаҡ, республиканың килеме артасаҡ тигән һүҙ ул, — тине Артём Аветисян.
Бөгөн барлығы 52 проект өҫтөндә эш алып барыла, уларҙың инвестиция күләме 300 миллиард һумдан ашыу. Был башланғыстарҙы бойомға ашырыу 40 мең тирәһе кешене эш менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана. Дөйөм исемлектә иһә 500 миллиард һумға иҫәпләнгән 80 проект бар. Күренеүенсә, эш етерлек.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад