Башҡортостан телевидениеһы студияһында рәсми рәүештә республикала һанлы эфир тапшырыуҙары асылды. Был мәшәҡәттәр өсөн бөтәһе 2,5 миллиард һум аҡса тотонолған. Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең генераль директоры Андрей Романченко әйтеүенсә, Башҡортостандың барлыҡ һанлы селтәрҙәре өсөн 216 объект өр-яңынан төҙөлгән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, был алым эфирҙың сифатын ғына түгел, ә халыҡҡа мәғлүмәт алыу мөмкинлеген дә күп тапҡырға арттырасаҡ.
Графикка ярашлы, 2019 йылдың 11 февраленән ғәҙәти телевидение эшен туҡтатып, һанлы тапшырыуҙарға күсәсәкбеҙ. Был эш 10 июнгә тамамланыр тип көтөлә.