Көнбағыш баҫыуҙары бушаны19.11.2018
“Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” бүлексәһе механизаторҙары көнбағыш урыуҙы тамамланы.

Хужалыҡ агрономы Азамат Әхмәҙиев көнбағышты 420 гектар майҙанға сәсеүҙәре хаҡында белдерҙе. Уңыш гектарынан 12 центнер самаһы тәшкил иткән. “Нью Холланд” һәм “Челленджер” комбайндары кеүек ҡеүәтле техниканы йәлеп ителеү баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамлауға булышлыҡ иткән.

– Уңыш беҙ көткәндән түбән булды. Шуға ла алдағы йылдарҙа көнбағыш үҫтереү технологияларын яҡшыртыу, ергә ашламалар индереүгә иғтибарҙы арттырыу талап ителә, – ти Азамат Әхмәҙиев.


Вернуться назад