Башҡортостанда Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге учржедениелар хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләү тураһындағы положение раҫланды. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылды.
Уға ярашлы, бындай хеҙмәткәрҙәрҙең минималь окладтары 3952 һум күләмендәге база берәмегенән сығып иҫәпләнә. Документта шулай уҡ учреждениелар етәкселәренең, бухгалтерҙарҙың минималь окладтары күрһәтелгән.
Ҡарар быйыл 1 ғинуарҙан барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.