Эш хаҡы артты. Һиҙәһегеҙме?17.11.2018
Республикала уртаса эш хаҡы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларын да индереп, 32 478 һумға етте. “Башҡортостанстат” сентябрь айы йомғаҡтары буйынса шулай тип хәбәр итә.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы тәүге туғыҙ айҙа был күрһәткес республика буйынса уртаса 32 257,8 һум тәшкил итте. 2017 йылдың ғинуар-сентябре менән сағыштырғанда, был 9,2 процентҡа күберәк. Иң ҙур хеҙмәт хаҡын, ғәҙәттәгесә, кокс һәм нефть продукттары етештереүселәр ала: ғинуар-сентябрҙә уларҙағы ошо күрһәткес 76 940 һум булды.

Иң түбән килем – тире һәм тиренән әйбер эшләп сығарыусыларҙыҡы. Айына уларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы ошо осорҙа 12 558 һум ғына булды.


Вернуться назад