Стратегия-2030: һигеҙ күпер, тиҫтәләгән юл айырсаһы…15.11.2018
2030 йылға тиклем Өфөнө һәм агломерацияны үҫтереү стратегияһы тиҙлекле транспорт бәйләнешен тәьмин итеүҙе күҙаллай. Документта баш ҡалабыҙҙы һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙе өс халыҡ-ара транспорт коридоры: “Көнбайыш–Көнсығыш”, “Көньяҡ–көнбайыш хорда”, “Ебәк юлы” системаһына индереү тәҡдим ителә.

Эксперттар әйтеүенсә, “Стратегия” агломерацияны үҫтереү йүнәлешен күрһәтә. Аныҡ пландарҙың тормошҡа ашыуы ҡаҙна мөмкинлектәренә, идарасыларҙың етеҙлегенә, эшҡыуарлыҡтың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә бәйле буласаҡ.

28 ноябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында ошо документ буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәрелә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.



Вернуться назад