Һарай тулы иген-мал – күкрәктәрҙә дан-миҙал14.11.2018

Стәрлетамаҡ эшсәндәре миҙгел һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт.

Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең матур йолаһы бар: бөтөн иген келәттәргә тапшырылып, мал кәртәгә ингәс, улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһай. Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре быйылғы һөҙөмтәнән ҡәнәғәт.

– Беҙҙең район – республикала ауыл хужалығы буйынса иң уңыш­лы эш алып барылған төбәктәрҙең береһе. Был – һеҙҙең тырышлыҡ емеше, – тип мөрәжәғәт итте Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән байрамда игенселәргә, малсыларға, эшкәртеү сәнәғәте вәкилдәренә район ха­кимиәте башлығы Рөстәм Баһаует­динов. – Һауа торошоноң һәм иҡтисади шарттарҙың ҡырыҫ­лы­ғына, атап әйткәндә, яғыулыҡҡа, запчасҡа хаҡ артыуына ҡарамаҫ­тан, уңышты, бөртөгөн дә әрәм итмәй, ваҡытында йыйып алдығыҙ.

Артабан район етәксеһе эш күрһәт­кестәренә күсте, дәлилдәр килтерҙе.

– Быйыл гектарынан 24 центнер иген һуғылып, уңыш 164 мең тонна тәшкил итте. Был – республикала иң яҡшы күрһәткес, – тип билдәләне хакимиәт башлығы.

Районда мал аҙығы әҙерләү ҙә ҡыҙыу барҙы. Ҡайһы бер хужа­лыҡтарҙа йыйылған уңыш хатта ике йылға етерлек. Мал продук­цияһына килгәндә, йылдың ун айында 25 963 тонна ит, 49 тонна һөт етештерелгән.


Бындай күрһәткестәргә, әлбиттә, республика етәкселеге ярҙамында өлгәшелә. Уңыш һөҙөмтәһе лә уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әлеге байрамда стәрлетамаҡтарҙы тәбрикләргә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урын­баҫары Павел Иофинов та кил­гәйне. Ул уңғандарҙы ихлас ҡотланы, киләсәктә ҡаҙаныштарҙың тағы ла юғарыраҡ булырына ышаныс белдерҙе.

– Республика ауыл хужалығы тармағы буйынса илдә иң яҡшылар иҫәбендә икән, бында, һис шикһеҙ, һеҙҙең дә тос өлөшөгөҙ бар, – тине Павел Августович.

Артабан алдынғы хужалыҡ етәкселәренә, механизаторҙарға, һауынсыларға бүләктәр тапшырылды. Әйтергә кәрәк, тармаҡҡа йәштәр килмәй, тиһәләр ҙә, саҡ егермене үткән егеттәрҙе лә ҡотлау күңелдә ҡәнәғәтлек, өмөт-ышаныс уятмай ҡалманы. Мәҫәлән, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Айгиз Сәләмов “Салауат” агро­фирмаһында практика үтеп, иген урып, юғары уңышҡа өлгәшкән. Уға быйыл республика кимәлендә автомобиль бүләк ителде. Студент көйө генә бындай награда алыу һәр кемгә лә тәтемәй...


Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре республикала иң-иңдәргә әҙерләнгән бүләк автомобилдәрҙең икәүһен алып тора. Быйыл да шулай булды: Айгиз Сәләмов менән бергә “Рощинский” совхозы комбайнсыһы Василий Дробязкоға ла асҡыс тотторҙолар. Республика кимәлен­дә үткән шул уҡ сарала “БашАгроМаш” йәмғиәте директоры Рәмил Баһауетдинов Салауат Юлаев ордены менән наградланды, район хакимиәтендәге агросәнәғәт комплексы үҫеше бүлегенең баш агрономы Фәрит Ғәзизовҡа “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде, “Салауат” агрофирмаһының йәш етәксеһе Наил Баһаует­диновҡа картуф үҫтереүҙәге уңыш­тары өсөн республика Хөкүмәте дипломы тапшырылды. Районда үткәрелгән байрамда ошо алдын­ғыларҙың исемен тағы бер тапҡыр атап, йәнә дәртләндерҙеләр.

Байрам үтте, игенсе-малсылар көндәлек мәшәҡәттәренә сумды. Әммә яҡшы кәйеф уларҙы оҙаҡ ташламаҫ әле. Бына шулай, хеҙмәт кешенең хеҙмәтен баһалау – изге бурыс ул!


Вернуться назад