Нефтекамала ит күпме тора?13.11.2018
Нефтекама ҡалаһының “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙанда ике аҙнаға бер тапҡыр ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙып тора. Унда башлыса күрше Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы райондары фермерҙары үҙ продукцияһын сығара. Ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа, сағыштырмаса арзан аҙыҡ-түлекте теләп һатып ала.

Һуңғы шәмбелә үткән йәрминкәлә һыйыр итен – 290, сусҡаныҡын 250 һумдан алырға мөмкин булды. Кишерҙең бер килограмы – 18, кәбеҫтә 15 һумдан тәҡдим ителде. Шулай уҡ сауҙа рәттәрендә бал, һуған, сөгөлдөр, ҡош ите мул ине. Дөйөм алғанда, 41,5 тонна продукция һатылған.
Йәрминкәләр йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк, сираттағыһы 24 ноябрҙә үтәсәк.


Вернуться назад