“Иген фабрикаһы”ның тарихы юйылмай13.11.2018
Ҡасандыр Баймаҡ районының Ленин орденлы “Йылайыр” совхозы Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең Европа өлөшөндә иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнде. Йылайыр баҫыуҙарында үҫкән тос башаҡлы иген илебеҙ келәттәренә меңдәрсә тонна оҙатылды. Тап ошонда тотош игенселәр династияһы барлыҡҡа килеп, тиҫтәгә яҡын баҫыу алдынғыһына Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелде.

2019 йылда данлы “Йылайыр” совхозының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тула. Ошо юбилейға арнап, төбәктең бер төркөм әүҙемселәре тәҡдиме менән китап сығарыу эше башланды. “Иген фабрикаһы”ның нисек барлыҡҡа килеү тарихы, уның алдынғы һәм эшсән халҡы, быуындар бәйләнеше хаҡында буласаҡ йыйынтыҡты әҙерләү өсөн аҙна һайын ауылда осрашыу үтә. Был эштәрҙең барыһын да Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкләй. Урындағы авторҙар, район хәбәрселәрен бергә туплаған ижади төркөм менән крайҙы өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов етәкселек итә.

Шуныһы ҡыуаныслы: һәр кем тыуған еренең тарихын яҙыуға үҙ өлөшөн индерә, мәғләүмәттәр республиканан ситтә йәшәгән “йылайыр”ҙарҙан да килеүе дауам итә.


Вернуться назад