Ауыл халҡына ни кәрәк?13.11.2018
Яңауыл районының Эткенә һәм Байғужа ауыл биләмәләрендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына арналған йыйылыштар уҙҙы. Район Советы секретары Вил Ниғмәтйәнов менән ойоштороу бүлегенең баш белгесе Ксения Әхмәтханова төбәктә әлеге программаның нисек тормошҡа ашырылыуы, унда ҡатнашыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Эткенә ауыл биләмәһе халҡы Ҡаймаша ауылындағы юлды төҙөкләндереү мәсьәләһен хуплап сыҡты. Ә Байғужалағы йыйылышта ҡатнашыусылар Иҫке Артауылдағы һыу үткәргес селтәрен ремонтлау тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Был тәҡдимдәр бер тауыштан ҡабул ителде.

Йыйылыш барышында инициатив төркөм төҙөлдө. Ул халыҡ араһында ойоштороу һәм аңлатыу эше алып барасаҡ.


Вернуться назад