Йүнселдәр йүнен таба, хатта сыр етештерә13.11.2018

Яңы эш башлаусыларға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелә.

Иглин районы – иҡтисади йәһәттән бик уңайлы, отошло төбәктәрҙең береһе. Биләмә аша Транссебер тимер юлы магистрале, Һамар – Өфө – Силәбе федераль автотрассаһы, республика мәнфәғәтендәге Өфө – Иглин – Красная Горка юлы үтә. Төбәк халҡы, элек-электән был бәйләнеш сараларын киң файҙаланып, кәсепселек һәм сауҙа менән әүҙем шөғөлләнә.

Бөгөн дә был мөмкин­лек­тәр, шулай уҡ райондың Өфө кеүек мегаполисҡа яҡын, Си­лә­бе өлкәһенә сиктәш урын­ла­шыуы ауыл хужалығы та­уар­­ҙары етеш­тереүҙе арт­тырыуға, эш­ҡыуарлыҡты үҫте­реүгә булыш­лыҡ итә. Был тәңгәлдә урын­дағы хакимиәт етәкселегенең йүнселлеккә ыңғай ҡарашын, ауыл эшҡы­уар­ҙарына һәм фермерҙарға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә тырышыуын да билдәләргә кәрәк.

Әлеге ваҡытта районда электән эшләп килгән һәм аяғында ныҡлы баҫып торған йүнселдәрҙән тыш, яңы эш башлаған туғыҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы, бер яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәт һәм ике ауыл хужалығы кооперативы иҫәпләнә. Фермерҙар эшмәкәрлеген буш ҡул менән башламаған – уларҙың трак­торҙары, комбайндары, башҡа төрлө ауыл хужалығы техни­каһы бар. Малсылыҡ тарма­ғын үҙ итеүселәр тоҡом­ло мал һатып алған. Мәҫәлән, Красный Восход ауылынан М.М. Хәй­руллин крәҫтиән (фермер) ху­жалығы ит өсөн тәғәйен­ләнгән “лимузин” то­ҡомло мал үрсе­теүгә тотонған. Бөгөн бында 98 баш һыйыр малы иҫәпләнә.

Кәлтә ауылындағы Д.В. Усубян крәҫтиән (фермер) хужа­лығы ла ит етештереү йүнә­ле­шендәге малсылыҡты үҙ иткән. 963 баш һыйыр малынан тыш, фермер 90 баш йылҡы, 500 самаһы һарыҡ аҫрай. Ул үҙенең мал һуйыу цехын да булдырған. Быйыл был хужа­лыҡ “Ғаилә малсы­лыҡ фермаларын үҫтереү” республика программаһында ҡатнашып, ете миллион һумға торошло грант яулаған. Йүн­сел хужа аҡсаның күп өлөшөн мал аҙбарҙарын төҙөклән­дереүгә, яңыртыуға йүнәлткән.

Районда кооперативтар тө­ҙөү хәрәкәте башланғыс алған. Мәҫәлән, Сыуаш-Ҡобау ауыл биләмәһендә эшләп килгән “Тыуған ауыл” ҡошсолоҡ ко­опе­ративы 25 ағзаны бер­ләш­терә, араларында эшҡыуар­ҙар ҙа, шәхси ярҙамсы хужа­лыҡ тотоу­сылар ҙа бар. Улар бергәләшеп биш мең самаһы ҡаҙ һәм өйрәк үҫтергән.

“Оло Тәләк” кооперативы ҙур түгел: биш кенә кешенән тора. Д.С. Декамбаев етәксе­леген­дәге берләшмә төбәк өсөн үҙенсәлекле шөғөлгә – сыр етештереүгә тотонған. Бында һөт ризығының бихисап төр­ҙәре, шул иҫәптән кәзә һөтөнән дә яһалғаны бар.

“Тыуған ауыл” һәм “Оло Тә­ләк” ҡошсолоҡ кооперативтары килем килтергән проект­тарҙы үҫтереү програм­маһын­да ҡат­нашыуға ғариза биргән. Әгәр барыһы ла яҡшы барып сыҡһа, улар өс миллион һум­ғаса Грант алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.


Вернуться назад