Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арта12.11.2018
Башҡортостандағы күп функциялы үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәренә эшенә ҡарап хеҙмәт хаҡын күтәрергә кәрәк, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Ултырышта ул граждандарҙан ошондай үҙәктәр эшенә ҡарата ялыуҙар туҡтамауы мәсьәләһен күтәргәйне. Халыҡ хеҙмәтләндереүҙе оҙаҡ көтөргә тура килеүенә зарлана. Бының төп сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ. Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин әйтеүенсә, урындағы үҙәккә быйыл 17 кеше эшкә алынһа, хеҙмәт хаҡының түбәнлеге һәм баҫымдың юғарылығы сәбәпле 14-е киткән. Уртаса түләү бында 16,6 мең һум тәшкил итә.

Күп функциялы үҙәктәр темаһын көйләгән вице-премьер Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, ундағы хеҙмәткәрҙәр эшенә түләүҙең өр-яңы системаһын ғәмәлгә индереү тураһындағы ҡарар проекты төҙөлгән. Уға ярашлы, хеҙмәт хаҡы башҡарылған эш күләменә һәм сифатына бәйле буласаҡ.


Вернуться назад