Был аҙыҡ үтемлеме? “Беҙҙең бренд” күрһәтер11.11.2018
Республикабыҙ фермерҙары экологик йәһәттән таҙа һәм сифатлы аҙыҡ етештерә. Үкенескә күрә, халыҡ уларҙың барыһын да белеп еткермәй.

Тап ошо продукцияны халыҡҡа күрһәтеү, тәмләтеп ҡарау, һөҙөмтәлә артабан күпләп әҙерләү маҡсатында 14 – 17 ноябрҙә Өфөлә “Беҙҙең бренд” тип аталған III республика фестивале үтәсәк.

Ул – республика махсуслашҡан берҙән-бер проект. “Беҙҙең бренд” ябай күргәҙмә түгел, ә йәрминкәгә тартым. Беҙ халыҡҡа тауарҙы күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә уның кәрәклеме-түгелме икәнен, артабан ниндәйерәк йүнәлештә эшләү мөһимлеген билдәләйбеҙ”, – ти республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.




Вернуться назад