Быйылғы яҙ ғәҙәттәгесә килмәне. Оҙаҡ ҡына инәлтеп торҙо ла ҡапыл йылытып ебәрҙе. “Бындай яҙҙан төрлөһөн көтөргә була”, — тигән фекергә килде игенселәр. Сәсеү эштәрен ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ.
“Заря” йәмғиәте — Әлшәй районында алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Уның 5 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Бында иген, техник һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Быйыл иген баҫыуҙары 2 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. 650 гектарға ужым арышы сәселгән. Ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған.
...Агрономдың “Нива”һы артынан сәсеү эштәре барған баҫыуға табан боролабыҙ. Килеп еткәс, аптырап ҡалдыҡ, сөнки механизаторҙар, сәсеүселәр араһында ауыл муллаһы йөрөй! Баҡһаң, сәсеүҙең беренсе көнөн бында йылдағыса боронғо матур йола менән башлайҙар икән. Бына нимәлә икән “Заря”ларҙың мул уңыш үҫтереп алыуының сере! Ер эшкәртеү технологияһын теүәл үтәүҙән, ашлама һәм элиталы орлоҡ ҡулланыуҙан тыш, игенселеккә бәйле йолаларҙы ла атҡарыу мөһим шул.
— Көтөп алынған ҙур байрам бөгөн. Сәсеү яҡшы үтһен, орлоҡтар тигеҙ шытым бирһен өсөн беҙ, ветерандар, йәштәр менән бергә бураҙна йолаһын үткәрәбеҙ. Элек атай-олатайҙарыбыҙ ҙа шулай эшләгән. Йола үткәрелгән баҫыуҙан былтыр гектарынан 40 центнер уңыш алдыҡ. Бындай үҙенсәлекле саранан һуң сәсеүҙә ҡатнашҡан йәштәрҙең дә, тәжрибәле механизаторҙарҙың да кәйефе күтәрелеп китә, — тип йылмая Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнис Хәбибуллин.
Был һүҙҙәрҙе ветеран юҡҡа ғына әйтмәй, сөнки күпте күргән-кисергән, ғүмер буйы колхозда эшләгән, 50 йыл хеҙмәт стажы бар. Малай сағынан уҡ тракторға ултырған, һуңынан бригадир ярҙамсыһы, бригадир, ә унан механик, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булған. Инде хаҡлы ялға сыҡҡанына ла 12 йыл, әммә баҫыуҙа техника геүләүе ишетелгәндә, нисек йортта түҙеп ултырһын ауыл кешеһе?
Был көндәрҙә игенселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тәүге бураҙнаны өсөнсө бригада һалған.
— Һәр йыл сәсеүгә беҙ беренсе булып төшәбеҙ. Был хоҡуҡты бер кемгә лә биргебеҙ килмәй, — тип шаярта бригадир Рәсүл Сәхәүетдинов. — Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең иген сәсеп ҡарарға теләгегеҙ юҡмы?
Беҙ, әлбиттә, тыйнаҡ ҡына баш тарттыҡ. Механизатор Ринат Хәбибуллин, сәсеүселәр Рауил Ғәлиәкбәров менән Валерий Баҙамшин кеүек егеттәр булғанда, беҙҙең кеүек “игенселәрҙән” баҫыуҙа файҙа юҡ. Әбдрәшит егеттәре ал бирмәҫ, “Заря” игенселәре быйыл да һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Әлшәй районы.