Хәлилдең еңеүе – берҙәмлеккә дәлил09.11.2018
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел республикала киң ҡолас алған “Иң матур ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы, Йәш депутаттар ассоциациялары, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған бәйгегә һәр райондан халҡының һаны биш меңдән артмаған бер генә ауылды тәҡдим итергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә конкурста 47 төйәк ҡатнашты. Ярыш өс этаптан торҙо.

Конкурс ысын мәғәнәһендә бик ҡыҙыу барҙы. Уның һөҙөм­тәһенә, ауылдарҙың төҙөклөгө, матурлығынан тыш, халҡының уңғанлығы, эшһөйәрлеге, бер­ҙәмлеге лә ҙур өлөш индерҙе. Тауыш биреүҙә райондаштар, яҡташтар дәррәү ҡатнашып, татыулығын, әүҙемлеген күрһәт­те. Мәртәбәле конкурста Әбйәлил еренең Хәлил халҡы еңеү яуланы.

Ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин әйтеүенсә, улар сарала ҡатнашыу тәҡди­мен дәррәү хуплап ҡабул иткән.

– Район Советынан әйткәс­тәр, халыҡ менән кәңәшләшеп, көсөбөҙҙө һынап ҡарарға бул­дыҡ, – ти ул. – Былтыр “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, районда төҙөкләнде­реү буйынса беренсе урынды алғайныҡ. Халыҡ дәртле, берҙәм беҙҙә. Дөйөм көскә таянып эш башланыҡ та инде.


Тәүге этаптағы заявка ебәреү, документация әҙерләү бурыстарын ауыл хакимиәте хеҙ­мәткәрҙәре атҡарҙы. Был йәһәттән Флүрә Низамованың Хәлил тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрен файҙаландыҡ. Артабан икенсе этапты ла уңышлы үткәс, өсөнсөһөндә еңеү-еңмәү туранан-тура ха­лыҡ­тың әүҙемлегенә бәйле булды. Башҡортостан юлдаш те­левидениеһының “Сәләм” тапшырыуы хәбәрселәре киләсәген ишеткәс, хәлилдәр тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотондо, йорт-ихатаһын тәртипкә кил­терҙе, урамдарҙы таҙартты.

Иң көсөргәнешле өлөш интерактив тауыш биреү осоро булғандыр. Ауылдың әүҙемсе­ләре Хәлилде алға сығарыу маҡсатында ысын мәғәнәһендә ҙур эш башланы: кемдер шиғыр юлдары аша өндәү ебәрһә, икенселәр социаль селтәрҙәрҙә махсус чат, төркөм булдырып, урындағыларҙы ғына түгел, тотош район, Урал аръяғы халҡын беҙҙең төйәк өсөн тауыш би­рер­гә саҡырҙы. Дөйөм эшкә рес­публиканан ҡырҙа йәшәүсе­ләр, хатта сит илдәге ауыл­даш­тарыбыҙ ҙа ҡушылды. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Кү­мәкләгән – яу ҡайтарған, ти бит халыҡ. Берҙәмлек, татыулыҡ, кесе Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү арҡаһында еңеп сыҡтыҡ һәм Хәлилде республиканың иң матур ауылдарының береһе итеп таныттыҡ.

Әйткәндәй, конкурс шарттары буйынса, тиҙҙән бында “Иң матур ауыл” тигән стела ҡуйы­ласаҡ. Урыны халыҡ тарафынан яҡынса билдәләнгән.

(Хәлил ауылы, уның халҡының бөгөнгө йәшәйеше тураһында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад