Һуңлатмай түләйек09.11.2018
Бөгөн һәм иртәгә Рәсәйҙәге барлыҡ территориаль һалым инспекцияларында Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Сара барышында теләге булған һәр кем мөлкәт һалымы һәм физик берәмектәргә тәғәйен һалым буйынса белдереүҙәрҙең үтәлеү тәртибе тураһында хәбәрҙар була ала.

Һалым хеҙмәте белгестәре кем, ниндәй ваҡытта һалым түләргә тейешлеге, улар­ҙың ставкалары, ташламалары хаҡында ентекле һөйләйәсәк, граждан­дарҙы ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк. Шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең интернет-сервисында теркә­леү мөмкинлеге бар. Бының өсөн үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алырға кәрәк. Онотмағыҙ, 2017 йылға мөл­кәт, ер һәм транспорт һалымын 3 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса түләү зарур. Хөрмәтле граждандар, һалым түләп, беҙ Башҡорт­остандың үҫешенә тос өлөш индерәбеҙ!



Вернуться назад