Төҙөлөш ҡасан тамамланыр?07.11.2018
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы Тимашев юл айырсаһы төҙөлөшөн киләһе йыл июлдә тамамлау күҙаллана.

“Уралмостострой” йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отряды начальнигы Александр Самкин әйтеүенсә, әле эштең 73 проценты башҡарылған. Һалҡындар башланыу менән ул туҡтап ҡалмаясаҡ. Ҡыш коммуникациялар үткәреләсәк, таҙартыу ҡулайламалары сафҡа инәсәк.

Орджоникидзе районындағы юл айырсаһы 2016 йылда төҙөлә башлағайны. Юл үткәргестең оҙонлоғо — 161 метрҙан ашыу. Проект өс һыҙатлы хәрәкәтте күҙ уңында тота. Юл айырсаһының смета хаҡы — бер миллиард һумдан ашыу.


Вернуться назад