Иң яҡшы эшҡыуарҙар бүләкләнә07.11.2018
14 ноябрҙә Өфөлә “Йыл эшҡыуары-2018” премияһын тапшырыу тантанаһы үткәрелә. Даими рәүештә тапшырылған бүләктең маҡсаты — бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында иң уңышлыларҙы асыҡлап, уларҙы дәртләндереү.

Быйылғы конкурсҡа республиканың һигеҙ ҡалаһынан һәм 23 районынан йөҙгә яҡын йүнсел ғариза тапшырған. Иң күп ғаризалар Күмертауҙан (25), Өфөнән (14), Стәрлетамаҡтан (6), Октябрьскийҙән (3) булған.

Конкурс “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү” дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә.


Вернуться назад