Был көн Мишкә районының Оло Шаҙы һәм Ҡалмаҙан ауылдары халҡы күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Берәүһендә яҡшы юл төҙөлһә, икенсеһендә ауыл мәктәбенең спорт залындағы йылылыҡ торбалары алмаштырылды.
Юл "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһына ярашлы һалынды. Ә мәктәптең спорт залындағы йылытыу торбалары күптән иҫкергәйне. Урындағы халыҡ тәҡдиме менән ул "Аныҡ эштәр" проектына индерелде. Хәҙер спорт залында йылы һәм уңайлы.