Башҡортостанда хаҡы түбәнәйгән аҙыҡ-түлек исемлеген башлы һуған асып ебәрҙе. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер аҙна эсендә ул 6,3 процентҡа арзанайған. Һуғандың бер килограмы уртаса 19 һумға төшә. Икенсе урында — алма (уртаса 71 һум), өсөнсөлә — кишер (20,5 һум).
Арзанайғандар иҫәбенә шулай уҡ сусҡа ите, йомортҡа, көнбағыш майы, аҡ май, стерилләнгән һөт, тоҙ, туңдырылған балыҡ, картуф, ҡарабойҙай ярмаһы һәм сәй инә.
Төбәктә хаҡы ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә алдынғылыҡты шәкәр биләй. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, уның хаҡы 1,1 процентҡа артып, килограмы өсөн 40 һумдан ашыу тәшкил иткән. Ҡиммәтләнгәндәр иҫәбенә шулай уҡ туҡмас, пастеризацияланған һөт, кәбеҫтә, тары ярмаһы, тауыҡ, һарыҡ һәм һыйыр ите, он, шымартылған дөгө, сыр инә. Уның ҡарауы, икмәктең хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған.