Дарыуҙар ҡиммәтләнә06.11.2018
Киләһе йылдан бик кәрәкле дарыуҙарға 10 процентҡа хаҡ артыуы ихтимал, тип хәбәр итте “Известия” гәзите. Хаҡтың артыуы тәү сиратта валюта курсының үҫеүенә бәйле, шуға күрә сит ил препараттары ҡиммәтләнер, моғайын.

Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең етештереүселәр ҙә хаҡты күтәрергә әҙер. Быны улар дарыуҙарҙа сит ил компоненттарын файҙаланыу менән аңлата.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, етештереүселәр дарыуға хаҡты инфляция процентына ғына арттыра ала.


Вернуться назад