Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Өфөләге клиник онкология диспансерының яңы корпусын һалыу барышы менән таныштырҙы. Был объект республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөлә.
– Күп кенә эштәр тамамланыу алдында. Бер юлы эске биҙәкләү эше бара, инженерлыҡ селтәрҙәре һалына, – тинеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. Төҙөлөп бөткән хирургия корпусында иһә тейешле һуңғы ҡорамалдар урынлаштырыла.
Объектты сафҡа индереү киләһе йылдың октябрендә күҙаллана.