“Алтын көҙ-2018” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә “Башҡорт-3 ужым тритикалеһы” сорты көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Ужымдың яңы сорты Башҡортостан ауыл хужалығының ғилми-тикшеренеү институтында сығарылған. Уның төп өҫтөнлөгө шунда: ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы, ҡыҫҡа һабаҡлы. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уңыш гектарынан 47,7 центнер тәшкил иткән, был ғәҙәти уңыштан 8,4 процентҡа күберәк. 2016 йылда гектар ҡеүәте 59,5 центнер булған. Яңы сорттың гектарынан 90 центнер биреү мөмкинлеге бар.
Ул зарарлы бөжәктәргә, ҡоролоҡҡа бирешеп бармауы менән дә отошло. Селекция ҡаҙаныштары өсөн быйыл Дәүләт реестрына индерелде һәм илдең Урал, Волга-Вятка, Урта Волга һәм Көнбайыш Себер төбәктәрендә үҫтереү өсөн тәҡдим ителде.