Илдә уңыш йыйыуҙы тамамлауға күп ҡалманы. Көҙҙөң йылы, матур килеүе ашлыҡты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Тап шуға ла белгестәр быйыл бураларға һалынасаҡ иген күләмен күҙалланғандан күберәк булыр тип хәбәр итә.
Эксперттар бығаса, 108,6 миллион тонна уңыш йыйып алынасаҡ, тип иҫәпләй ине. Ошо көндәрҙә улар был һанды арттырып, уның 109, 4 миллион тоннаға етеү ихтималлығын белдерҙе. Эйе, был – яҡшы һөҙөмтә, шулай ҙа былтырғы рекорд күрһәткесенән (135,4 миллион тоннанан) һиҙелерлек ҡайтыш.
Һуңғы аҙналарҙа Үҙәк Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, шулай уҡ Уралда, Себерҙә лә һауа торошо тотороҡло торҙо. Был культураларҙы юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Бойҙайҙы 69,3 миллион тонна булыр тип көтһәк, хәҙер ул 69,8 миллион тонна тирәһендә булыр, ә кукуруз 10,6-нан 10,8 миллион тоннаға тиклем күҙаллана.
Быйыл Башҡортостан баҫыуҙарынан иһә 3,3 миллион тонна иген һуғып алынды.