Африкандар бойҙай көтәләр06.11.2018
Рәсәй бойҙайы төрлө илдәргә таралыуын дауам итә. Был, әлбиттә, башҡа дәүләттәрҙе лә борсомай түгел, мәҫәлән, бығаса Франция Алжир һәм Ливия кеүек илдәрҙе үҙенең ашлығы менән тәьмин итһә, бөгөн уларға Рәсәй бойҙайы китә башланы.

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: Африка ҡитғаһындағы Алжир оҙаҡ йылдар Франциянан бойҙай алды, уның күпселек ерен сүллек биләй, сәсеүлектәр етешмәй. Әммә һуңғы йылдарҙа ил Рәсәй бойҙайына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе – тиҙҙән унда тәүге партия оҙатыласаҡ. Бынан тыш, улар Рәсәйҙән һөт аҙыҡтары, һыйыр ите, шулай уҡ эсәр һыу алыу хаҡында уйы барлығын белдерҙе.

Һуғыш афәте арҡаһында бәләгә тарыған Ливия ла күрше дәүләттән ҡалышмаҫҡа тырыша. Был ил Рәсәйҙән бер миллион тонна бойҙай алырға ниәтләй. Сентябрь аҙағында Ливияның иҡтисад һәм сәнәғәт министры Насер Шаглан етәкселегендә делегацияһы Мәскәүгә килде. Улар тиҙҙән Ливияға Рәсәй бойҙайы килә башлар тип көтә. Шулай уҡ Ливия халҡына малсылыҡты үҫтереү өсөн аҙыҡ кәрәк. Килешеүҙең дөйөм суммаһы 700 миллион доллар тәшкил итеүе ихтимал. Әйткәндәй, Ливияның аҡсаһы бар, һуғыш барһа ла, ил Евросоюз илдәрен нефть менән әүҙем тәьмин итә.


Вернуться назад