Башҡортостан федераль бюджеттан 8,3 миллион һум аҡса аласаҡ: Рәсәй Хөкүмәте “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсында ҡатнашҡандарҙы премия менән бүләкләне.
Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған документтан күренеүенсә, 8,3 миллион һум Өфө һәм Октябрьский ҡалалары, Баҡалы районының Урманай ауыл Советы араһында бүленәсәк. Урманайҙарҙың эшмәкәрлеге, конкурста әүҙем ҡатнашыуы хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә яңы ғына яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урынды алып, 720 мең һум премияға лайыҡ булған эшһөйәр Урманай халҡын еңеү менән ҡотлайбыҙ!