Башҡортостан киләһе йыл федераль бюджеттан мәғарифты үҫтереү өсөн 600 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Был сумма төбәккә “Мәғариф” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелә.
Республика илдә биш проект буйынса еңеүселәр иҫәбендә: “Һәр баланың уңышы” һәләтле балаларҙы табыу һәм уларға ярҙам итеү үҙәге булдырыу”; “Һәр баланың уңышы” өҫтәмә белем биреү системаһында заманса идара һәм ойоштороу-иҡтисади механизмдарын формалаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылыу”; “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү өсөн “Заманса мәктәп”; “Уҡыусыларҙың технологик һәм гуманитар белемен камиллаштырыу өсөн “Заманса мәктәп”; “Һанлы белем биреү мөхите”нә маҡсатлы модель индереү”.
Был проекттар Рәсәй Президентының яңы май указына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. “Мәғариф” милли проекты алдына ике маҡсат ҡуйылған: белем биреүҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген үҫтереү һәм сифат буйынса донъяла иң яҡшы унау араһына инеү, шулай уҡ һәр яҡлап үҫешкән, социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү.