Тырыштарға ырыҫ юлдаш02.11.2018

Һүнеп барған ауылдарға йән өргән хужалар барҙа...
Ғафури районы ауыл хужалығы предприятиелары эшсәндәре көҙгө уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алып, бөгөн шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш баҫыуҙарының һуңғы майҙандарында тырышлыҡ күрһәтә. Урындағы тармаҡ белгестәре билдәләүенсә, йыл төбәк өсөн насарҙан булмаған, игендең гектар ҡеүәте 24 центнер тәшкил иткән. Башҡа культураларҙан да Ғафури аграрийҙары тос уңыш алыуға өлгәшкән.

Әле лә тармаҡ хеҙмәткәр­ҙәренең ял итергә ваҡыты юҡ, улар малдарҙы йәйләүҙән алып ҡайтып, һалҡын миҙгелде яҡшы үткәреү бурысы менән йәшәй һәм эшләй. “Ҡыш бауыры оҙон, әммә беҙгә ҡурҡыныс янамай: һөтсөлөк фермаларына йәй-көҙ айҙарында һәйбәт ремонт яһаныҡ, мал аҙығы ла етерлек күләмдә хәстәрләнде”, — тиҙәр.

Төбәктә “Восход-СТ” йәмғиә­те алдынғылар рәтендә, бында үҫемлекселек ныҡлы үҫешкән. Хужалыҡ шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса районда иң ҡеүәтлеләрҙән һанала, йыл да “татлы тамыр” 1270 гектарҙа сәселә.

“Восход-СТ” йәмғиәте 2010 йылда барлыҡҡа килә, уны ойоштороуға Благовар районы уҙаманы Руслан Бакиров күп көс һала. Ул райондың Антоновка, Татар Һаҫыҡкүле, Иген­йылға, Ҡотлоғужа, Цапаловка, Дубровка, Яңы Ҡарамыш ауылдары янындағы етемһерәп ят­ҡан буш ерҙәрҙе үҙ ҡарамағына ала. Шул уҡ йылда баҫыуҙарҙы яҡшылап эшкәртеп, минераль ашламалар менән туйындырып, иген культуралары сәсә. Әлбит­тә, был ауылдар халҡы бул­дыҡлы хужа табылыуына сик­һеҙ ҡыуаныс кисерә. Пай ерҙәре лә файҙалы ҡулланыла, пайсы­ларға ваҡытында ашлығы, бесән-һаламы бирелә.

Бөгөн хужалыҡта 50-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡының тотҡарлыҡһыҙ түлә­неүе, төрлө социаль яҡлау сара­ларының булыуы арҡаһын­да йәштәр ҙә байтаҡ. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. “Эш һорап килгәндәрҙең үте­несен ҡәнәғәтләндерергә тыры­шабыҙ, сөнки ололарға алмаш кәрәк бит”, — ти етәкселек.

Хужалыҡта шулай уҡ 75 мең ҡош-ҡорт тотола, йыл һайын өс миллионға яҡын йомортҡа етештерелә. Киләсәктә был тармаҡты тотороҡло үҫтереү өсөн заманса ҡоролмалар һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән. Ҡош-ҡорт һанын арттырып, ит етештереү һәм эш­кәртеү цехтары эшен киңәйтергә ниәтләйҙәр.

Йәмғиәттең бөгөн алты мең гектар ере бар, Ғафури тупра­ғын үҙ иткән культуралар ғына сәселә: көнбағыш, бойҙай, люпин, арыш, арпа... Шәкәр сөгөл­дө­рөн дә ҡулай тип танып, тәүҙә уны 100 гектарҙа ултырталар. Йыл һайын майҙанды арттырып, бөгөн “татлы тамыр” үҫте­реү буйынса районда алдын­ғы­лар иҫәбендә килә “Вос­ход-СТ”.

Әле гектарынан 300-350 центнер продукция йыйып алалар. Көн һайын 50-60 йөк маши­наһында 1500 тонна “татлы тамыр” тура Мәләүез шәкәр заводына оҙатыла.

Етәкселек үҫемлекселектә яңы технологияларҙы ҡуллана, игенселәргә лә яңылыҡ артынан яңылыҡ тәҡдим ителә. Ерҙе һөрмәйенсә, туранан-тура сәсеү ысулын да файҙаланалар. Әйт­кәндәй, был технология районда тәүгеләрҙән булып нәҡ ошо йәмғиәттә ҡулланыла башла­ған. “Ул дым һаҡлауға булыш­лыҡ итә. Ерҙе ашлап, тәрбиәләп торабыҙ, шунһыҙ юғары уңыш алып булмай”, — ти Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Руслан Бакиров.

“Восход-СТ” биләмәһендә баҫыуҙар ғына түгел, иркен яландар, көтөүлек, сабынлыҡ­тар етерлек. Төҙөлөштөң бында туҡтағаны юҡ, иген киптер­гестәр, ярма ярҙырыу һәм етештереү цехтары уңышлы эшләй. Етәкселек йәмғиәттәге йәш ғаиләләрҙе, белгестәрҙе торлаҡлы итеү маҡсатын ҡуй­ған: 10 яңы йорт төҙөү күҙал­лана, барыһына ла газ, һыу үтәсәк.

Ер ҡәҙерен белгән, халыҡтың ышанысын яулаған, пайсылар­ҙың таянысына әүерелгән эш­һөйәр етәксе булғанда, йәмғиәт киләсәктә лә уңышлы эшмә­кәрлек алып барыр.


Вернуться назад