Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған саралар бара. Тәүгеһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ауыл хужалығы өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән райондарға, хужалыҡтарға, хеҙмәт алдынғыларына, төрлө ярыштарҙа еңгән хеҙмәт батырҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. – – Башҡортостандың ауыл хужалығы илдә лайыҡлы урын биләй.
Беҙ – был йәһәттән Рәсәйҙә иң алдынғы төбьәктәрҙең береһе. Әммә булғандар менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, күрше төбәктәр генә түгел, ә сит илдәр менән дә көнәркәшлек итерҙәй продукция етештерергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәбиб улы.
Ғөмүмән, был сарала 200-гә яҡын кешенең, ойошманың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирелде.